УКЫУСЫЛАРҘЫҢ БАШҠОРТСА ТЕЛМӘР КОМПЕТЕНТЛЫҒЫН ФОРМАЛАШТЫРЫУ ЮЛДАРЫ

Предмет: Директору-завучу
Категория материала: Другие методич. материалы
Автор:

Тел - үҙенең сикһеҙ байлығы һәм ғәжәп киң мөмкинлеге менән ысынбарлыҡты сағылдырыусы сара. Телдең был тик­лем бай мөмкинлеге кешенең ҡатмарлы эшмәкәрлеге дауа­мында үҫә барған, тел дә үткерләнгән, шымарған.

Телдең функциялары күп төрлө, шулай ҙа иң элек тел - кешенең аралашыу сараһы. Шуға күрә лә ул, бер яҡтан, кеше­нең күп төрлө һәм сикһеҙ ҡатмарлы эшмәкәрлеген ойоштороу­сы. Икенсенән, кешелектең мәҙәни һәм хеҙмәт тәжрибәһен туплау, һаҡлау, шул тәжрибәне быуындан быуынға тапшы­рыу ҡоралы ла булып иҫәпләнә.

Телде донъяны танып белеү һәм аралашыу ҡоралы булараҡ файҙаланып, кеше һөйләй, тыңлай, яҙа, уҡый. Аралашыу формалары, төрлө критерийҙарға нигеҙләнеп, түбәндәге төрҙәргә айырыла:

1)   аралашыуҙың материаль сараларына нигеҙләнеп һөйләу һәм яҙма телмәр айырып йөрөтөлә;

 

2)   аралашыу шарттарына ҡарап диалогик һәм монологик телмәрҙе айырып ҡарарға мөмкин.

Тип материала: Неизвестен (pdf)
Размер: 405.05 Kb
Количество скачиваний: 12
Просмотров: 92

Похожие материалы